-4 °С
Болотло
Төн уртаһында Учалы районында, Белорет-Учалы-Мейәс автомобиль юлының 101-се саҡрымында, "Opel Corsa" машинаһы водителе тимер юл аша сыҡҡанда шлагбаумды емереп үтә һәм юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап ҡаса. Аварияла йәрәхәтләнгән 37 йәшлек пассажир ҡатын дауаханаға оҙатылған. Уның әйтеүенсә, руль артында 37 йәшлек өйҙәш ире булған.
Тәүлек эсендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 2200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, шул иҫәптән 22 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ.