Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Март 2022, 10:10

Владимир Путиндың мөһим указы сыҡты

Документ Кремль сайтында урынлаштырылған. Рәсәй Президенты ҡул ҡуйған был документ махсус иҡтисади саралар тураһында.

Владимир Путиндың мөһим указы сыҡты
Владимир Путиндың мөһим указы сыҡты

Рәсәй Президенты Владимир Путин "АҠШ-тың һәм уларға теләктәш сит дәүләттәрҙең һәм халыҡ-ара ойошмаларҙың дуҫтарса булмаған аҙымдарына бәйле махсус иҡтисади саралар ҡулланыу тураһында указ"ға ҡул ҡуйҙы.

Ул үҙ эсенә түбәндәге сараларҙы ала:

- Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә ҡатнашыусылар 2022 йылдың 1 ғинуарынан алынған сит ил валютаһы аҡсаһының 80 процентын һатырға тейеш. Йыйылған аҡсаларҙы өс көн эсендә һатырға кәрәк. Процесты контролдә тотоу Рәсәй Банкына йөкмәтелгән;

- резиденттарҙан резидент бумағандарға займ сифатында валюта тапшырыу буйынса операциялар тыйыла;

- хәҙер резиденттарға сит ил валютаһын банктарҙа һәм сит илдәге ойошмаларҙа асылған иҫәптәренә күсерергә, шулай уҡ иҫәп асмайынса сит ил электрон түләү сараларын файҙаланып аҡса күсерергә ярамай.

Бынан тыш, компаниялар быйыл 31 декабргә тиклем, ҡайһы бер шарттарҙы үтәп, үҙҙәре урынлаштырған ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы (уларҙың дөйөм һанын кәметеү маҡсатында урынлаштырылған акцияларҙан тыш) һатып алыу мөмкинлегенә эйә.

Указға ярашлы, банктарға физик берәмек өсөн үҙе йәки уның вәкиле булмағанда ла, әгәр аҡсаны икенсе ойошманан күсереү хаҡында һүҙ барһа, иҫәп асырға мөмкин. Уның өсөн иҫәп асылған был финанс ойошмаға физик шәхесте идентификациялау буйынса мәғлүмәттәр тапшырырға кәрәк.

Документ баҫылып сыҡҡан көндән, 28 февралдән көсөнә инә.

Фото: РИА-Новости

Владимир Путиндың мөһим указы сыҡты
Владимир Путиндың мөһим указы сыҡты
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: