Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Март 2022, 15:36

Силәбелә башҡорт тарихсылары ҡор йыйҙы

Бында М. Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәгә 60 йыл тулыу айҡанлы тыуған яҡты өйрәнеү буйынса фәнни-ғәмәли конференция үтте.

Силәбелә башҡорт тарихсылары ҡор йыйҙы
Силәбелә башҡорт тарихсылары ҡор йыйҙы

Сара башында Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов ике төбәктең етәкселегенә башҡорт мәҙәниәтен һәм тарихын һаҡлауға ҙур өлөш индергән өсөн рәхмәтен еткерҙе.

– Беҙҙең төбәктәр араһындағы бәйләнеш артабан да ныҡ булыр һәм илдең күп милләтле берҙәмлеге һаҡлауға үҙ өлөшөн индерер тип ышанам. Силәбе өлкәһе тарихы этнографтар, тарихсылар, ғалимдар өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Конференцияның дискуссия майҙансығы йылдан-йыл киңәйә бара, ведомство-ара, йәмәғәт ойошмалары, дәүләт учреждениелары араһындағы күп яҡлы яйға һалынған бәйләнеш дауам итә. Конференция ыңғай тәжрибә менән уртаҡлашырға ярҙам итәсәк, – тип белдерҙе ул.  

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙы Силәбе өлкәһе Хөкүмәте вәкиле Андрей Резепин, Силәбе өлкәһендәге Башҡорт ойошмалары ассоциацияһының рәйесе Рауил Асатуллин, Республика балалар сәләмәтлекте нығытыу-белем биреү үҙәге вәкиле Клара Әһлиуллина, “Шәжәрә” тарихи мираҫты өйрәнеү үҙәге директоры урынбаҫары Илгиз Солтанморатов сәләмләне.

Сараны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге өлкә әҙәби берекмәһе етәксеһе Ҡамса Мортазин һәм билдәле тарихсы, БДУ доценты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү буйынса комиссияһы кураторы Нурислам Ҡалмантаев алып барҙы. Белгестәр тыуған яҡты өйрәнеү, башҡорт халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Әйткәндәй, күптән түгел Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге ярҙамы менән БР Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең күсмә сессияһы үткән.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: