Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Март 2022, 22:28

Шатлыҡлы күренеш: буйҙаҡтар һаны кәмей

Сибай концерт-театр берекмәһендә йәш ғаиләләр барлыҡҡа килде.  

Шатлыҡлы күренеш: буйҙаҡтар һаны кәмей
Шатлыҡлы күренеш: буйҙаҡтар һаны кәмей

1 март көнө - Бөтә донъя башҡоттары ҡоролтайы тарафынан “Башҡорт ғаиләһе көнө” тип иғлан ителде. Был байрам алдынан республикала бик күп ғаиләләр барлыҡҡа килде. Сибай концерт-театр берекмәһендә лә февраль аҙағында бер-бер артлы ике никах тантанаһы үтте. Әйткәндәй, өйләнгән егеттәрҙең икеһе лә "Сибай" бейеү ансамбле солистары.

Илнар Хәтмуллин Бөрйән һылыуы Фидәлиә менән ғаилә ҡорһа, Денис Ғүмәров Рүзилә исемле ҡыҙ менән сәстәрен сәскә бәйләне. Йәш парҙарҙы ошо айҡанлы тәбрикләп, уларға мөхәббәт һәм матур, бәхетле тормош теләйбеҙ!

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: