-2 °С
Болотло
Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары «Росагролизинг» компанияһының льготалы программалары ярҙамында техникаһын яңырта. Йыл башынан компания хужалыҡтарға 290 миллион һумлыҡ 55 берәмек техника ҡайтарған.
– Шуныһы ҡыуаныслы: аграрийҙар льготалы лизинг менән файҙалана ала. Сәсеү алдынан предприятиеларҙа һәр тин иҫәпләнә, шуға күрә улар өсөн ҙур аҡса сарыф итмәй бер көндә техник паркты яңыртыу - шәп мөмкинлек. 2019-2021 йылдарҙа беҙҙең аграрийҙар лизинг юлы менән 1057 техника алған.
Быйыл республикала льготалы лизинг алыуға дөйөм 142 ғариза килгән, шуларҙың 134-е хупланған.