Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Март 2022, 09:25

Сәнәғәт етештереү индексы буйынса рекорд ҡуйылды

Башҡортостанда сәнәғәт етештереү индексы 2022 йылдың ғинуарында 115, 7 процентҡа етте, тип билдәләне БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. 

Сәнәғәт етештереү индексы буйынса рекорд ҡуйылды
Сәнәғәт етештереү индексы буйынса рекорд ҡуйылды

 

«Ғинуарҙа,был ай эш айы кеүек булмаһа ла,  күрһәткестәр яҡшы. Республикала сәнәғәт етештереү индексы   115,7 процент тәшкил итте  —был бик юғары һөҙөмтә. Хөкүмәттең иҡтисади блогына был һандарҙы тоторға кәрәк», — тине  Радий Хәбиров.

Беренсе  вице-премьер — Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратовҡа әлеге ваҡытта етештереү төшөүе күҙәтелгән иҡтисад тармаҡтарына анализ эшләргә ҡушылды. 

«Может быть, им нужно плечо подставить, проанализируйте, — тип ҡушты Радий Хәбиров. — Понятно, у нас высокие компетенции в нефтегазохимии, нефтедобыче, нефтепереработке, машиностроении, авиастроении, двигателестроении, но нам нужно стремиться развивать и другие компетенции. Жизнь постоянно меняется, появляются новые вызовы. Мы можем не только перерабатывать нефть и выпускать хорошие двигатели. Поэтому не надо стесняться».

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: