Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Март 2022, 12:32

Нефтекамала электр ҡорамалдарын етештерәсәктәр

РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы "220 Вольт" йәмғиәтен "Нефтекама" йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерҙе. Компания электр ҡорамалдарын етештереүҙе ойошторорға ниәтләй.

Нефтекамала электр ҡорамалдарын етештерәсәктәрНефтекамала электр ҡорамалдарын етештерәсәктәр
Нефтекамала электр ҡорамалдарын етештерәсәктәр

Предприятие етештергән ҡорамалдар ҡаланың төҙөлөш майҙансыҡтарында талап ителәсәк.

- Инвестициялар күләме яҡынса 17 миллион һум тәшкил итәсәк, - тип хәбәр итте БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова.

10 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

"Нефтекама" йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә 18 резидент теркәлгән.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас