-5 °С
Болотло
Өфөнән 23 йәшлек егет интернеттағы иғланға ҡыҙығып, аҡсаға "һөйөү" һатып алыр өсөн күрһәтелгән номер буйынса шылтыратҡан. Яғымлы тауышлы ҡатын-ҡыҙ адресты әйткәс, алдан аванс күсерергә кәрәклеген аңлатҡан. Егет, уны-быны уйлап та тормай, 11 мең һумдан ашыуыраҡ аҡсаһын күсергән дә, осрашыу урынына килеп еткән. Әммә уны бер кем дә ҡаршы алмаған шул. Алданған егет полицияға мөрәжәғәт иткән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.