Быйыл Мәскәү ҡалаһында 13-сө тапҡыр "Мисс офис" халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы үтә. Унда 20-35 йәштәге күркәм ҡиәфәттәге һәр офис хеҙмәткәре ҡатнаша ала.
Башҡортостан данын кем яҡлар һуң? Был 12 мартта билдәле буласаҡ. Тап ошо көндө республиканың киң билдәле "MISSBASHMODELS" матурлыҡ агентлығы (етәксеһе Луиза Зәкирйәнова) һайлап алыу турын үткәрә. Еңеүсене финалға әҙерләү ҙә улар иңенә төшәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: үткән йылдарҙа Башҡортостан исеменән Нәркәс Мөхәмәтова, Анастасия Яковлева, Гүзәл Вилдановалар ҡатнашып, уңышлы сығыш яһаны. Әбйәлил һылыуы Нәркәс хәҙер Мәскәүҙә, конкурстың ойоштороу комитетында эшләй.