Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Март 2022, 06:00

Март айындағы юбилейҙар

3 – композитор, Рәсәйҙең, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре  Салауат НИЗАМЕТДИ­НОВТЫҢ тыуыуына – 65 йыл (1957 – 2013).

8 – ғалим, техник фәндәр кандидаты, профессор, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, РФ-ның почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, СССР-ҙың уйлап табыусыһы Салауат КҮСЕМОВҠА – 80 йәш (1942).

9 – күренекле композитор, БР-ҙың халыҡ артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты Рим ХӘСӘНОВҠА – 75 йәш (1947).

10 – яҙыусы, шағир, драматург һәм тәржемәсе Кәбир АҠБАШЕВТЫҢ тыуыуына – 90 йыл (1932 – 2019).

– ғалим-микробиолог, медицина фәндәре докторы, профессор, БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы Риза МАҒАЗОВҠА – 90 йәш (1932).

– журналистика ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мә­ҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙай­бирҙин исемендәге премия лауреаты Фәүзиә ЛАТИПОВАҒА – 75 йәш (1947).

12 – шағир, тәржемәсе Нәжиб ИҘЕЛБАЙҘЫҢ тыуыуына – 110 йыл (1912 – 1991).

26 – Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр УСМАНОВҠА – 60 йәш (1962).

– яҙыусы, журналист Иршат ТЕЛӘҮЕМБӘТОВҠА – 60 йәш (1962).

28 – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Раил КУЧУКОВҠА – 70 йәш (1952).

29 – юридик фәндәр докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Баш­ҡортос­тандың атҡаҙанған юрисы, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Заршат ЕНИКЕЕВТЫҢ тыуыуына – 90 йыл (1932 – 2011).

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: