Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Март 2022, 23:33

Кем ул Әсмә?

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында Ризаитдин Фәхретдиновтың китабы буйынса тәүге спектакль ҡуйыла.  

Кем ул Әсмә?
Кем ул Әсмә?

4-5 мартта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Ризаитдин Фәхретдиновтың әҫәре буйынса «Әсмә» спектакленең премьераһы була.

Ризаитдин Фәхретдинов (1859 — 1936) — ғалим-мәғрифәтсе, тарихсы, дин әһеле, дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1922-1936 йылдарҙа мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты мөфтөйө. Ул бик күп хикәйәләр һәм повестар авторы, әммә уҡыусыларға бик аҙҙары ғына билдәле, ҡалғандары ҡулъяҙма рәүешендә һаҡланған йәки ғәрәп графикаһында баҫылған. Быға тиклем уның әҫәрҙәре сәхнәләштерелмәгән.

Театр өсөн инсценировканы билдәле яҙыусы һәм драматург Шәүрә Шәкүрова яҙған, ҡуйыусы режиссер - Зиннур Сөләймәнов. Төп ролде йәш артистар - Айым Сөләймәнова менән Сабина Кирәева уйнай.

Премьера көндәрендә театры фойеһында “Ризаитдин Фәхретдин: рухиәт, мәҙәниәт һәм мәғрифәт” тип аталған күргәҙмә тәҡдим ителә. Уны Татарстан республикаһының Әлмәт районында урынлашҡан Ризаитдин Фәхретдиндең мемориаль музейы ойоштора. Был музейҙың Өфөләге тәүге күсмә күргәҙмәһе. 

- Беҙ уның үҙе иҫән сағында сыҡҡан баҫмаларын алып килергә уйлайбыҙ. Экспозицияла “Шура” журналы (1910 й.), “Нәсихәттәр”,“Тәрбиәле ҡатын”, “Тәрбиәле ана” педагогик баҫмалары,“Сәлимә йәки ғиффәт”, “Әсмә, йәки Ғәмәл һәм яза” әҙәби хеҙмәттәре, “Аҫар” тарихи-энциклопедик баҫмалары, “Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең хәҙистәренә аңлатма” хеҙмәте урын аласаҡ. Музей фондынан ғаилә фотоһүрәттәренең бер өлөшөн дә күрһәтергә теләк бар, – ти музей директоры Диләрә Ғимранова.

Тағы ла тамашасылар ғалимдың шәхси әйберҙәрен, шулай уҡ, Әсмә Шәрәфтең “Атайым хаҡында иҫтәлектәр” ҡулъяҙма дәфтәрен күрә аласаҡ. Ғөмүмән, үҙенсәлекле һәм бөйөк шәхес – Ризаитдин Фәхретдин хаҡында бәйән итеүсе 36 һирәк һәм уникаль булған экспонаттар, артефакттар тәҡдим ителәсәк.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: