Донецк һәм Луганц халыҡ республикаларынан эвакуацияланған граждандарға гуманитар ярҙам йыйыуға төрлө һөнәр эйәләре ҡушыла. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Елена Арямнова ла ситтә ҡалманы.
– Һуғыш – ул һәр саҡ ғазап һәм ҡайғы. Унда торған кешеләргә хәҙер бик ауыр икәнен яҡшы аңлайым. Бөгөн мин балаларға кәнсә тауарҙары – дәфтәрҙәр, маркерҙар, ҡәләмдәр, ручкалар, линейкалар, фломастерҙар, балалар өсөн альбомдар алып килдем. Иң бәләкәйҙәр өсөн – наклейкалар менән буяуҙар һәм өйрәтеүсе әсбаптар. Сөнки шундай ҡатмарлы осорҙа балаларға айырыуса иғтибар һәм хәстәрлек кәрәк», – ти ул.
Өлкән йәштәгеләр ҙә битараф түгел. Хаҡлы ялдағы Роза Абдуллина балалар һәм өлкәндәр өсөн кейемдәр килтергән. Ә Өфөнән Сергей Громыко ҡатыны менән мәжбүри күсенеүселәргә аҙыҡ-түлек менән ярҙам итергә булған.
Өфө ҡалаһы ойошмалары ла ситтә ҡалмай. Гуманитар ярҙам менән ҡаптарҙы 18-се ҡала клиник дауаханаһы вәкилдәре килтергән. Бында аҙыҡ-түлек тә, шәхси гигиена саралары ла бар.
Фото: Т. АМАНОВ.