Ә БР Туризм буйынса дәүләт комитеты белдереүенсә, республиканан 1800 турист сит илдә ҡалыуын дауам итә. Улар Египетта, Төркиәлә, Доминикан республикаһында ял итә, туроператорҙарҙан юлламаһыҙ йөрөүселәр ҙә бар.
Туристарға туроператор йәки ташыусы менән бәйләнештә булырға кәрәк. Уларға РФ Сит ил эштәре министрлығының "Зарубежный Помощник" ҡушымтаһын телефондарға ҡуйырға мотлаҡ тиҙәр.
Рәсәй граждандарын Европа илдәренән ҡайтарыуҙы Роавиация башҡарасаҡ, был эшкә МИД һәм Ростуризм да йәлеп ителгән. Пассажирҙар күләме асыҡланғас та, осоштарҙың графигы төҙөләсәк.
Рәсәй (шул иҫәптән Башҡортостан) граждандары проблема тыуһа-нитһә түбәндәге элемтә каналдары буйынса бәйләнешкә инә ала (русса бирәбеҙ):
- Позвонить на горячую круглосуточную линию МИД +7 495 695 45 45
- Написать (ФИО, местонахождение, контактные данные, описание вопроса) на специальную почту МИД России - [email protected]
- Позвонить на Горячую линию Ростуризма – 8 800 200 34 11 (с 8 до 20 по Москве)
- Туристы из Башкортостана также могут обратиться в ситуационный центр по телефону +7 347 218 19 19 (с 8 до 20 по Уфе).