Ике йыл элек, мәҫәлән, Күмертау ҡалаһы шундай статусҡа эйә эшҡыуарҙары һаны буйынса республикала беренсе урында торған, 2021 йылда иһә икенсе урынға төшкән. Әле унда 35 эшҡыуарлыҡ субъекты социаль предприятие һанала.
Улар дәүләт ярҙамы ала, айырым льготаларға эйә. Тик шуныһы: социаль эшҡыуар икәнеңде йыл һайын раҫлап торорға кәрәк.
Статус алыу буйынса һорауҙар менән йә урындағы муниципалитетҡа, йә БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт итергә була (8 (347) 218-08-26). Бынан тыш, Өфөлә Социаль тармаҡ инновациялары үҙәге лә бар (8(347) 264-62-90).
Фото: Күмертау ҡалаһы хакимиәтенән.