Унда Әбйәлил районының Михайловка ауылы янында 1981 йылғы ир балыҡҡа китеүе һәм кире әйләнеп ҡайтмауы хаҡында әйтелә. Полиция һәм урындағы хакимиәт башлығы эҙләү ойоштора. Бәхеткә күрә, балыҡсы имен килеш табыла.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
– Хөрмәтле граждандар! Бәхетһеҙлеккә тарымаҫ өсөн иң тәүҙә яҡындарығыҙға ҡайҙа барыуығыҙҙы әйтегеҙ.
– таныш булмаған урында йөрөмәгеҙ;
– берәй ҡайҙа барыр алдынан мотлаҡ телефонығыҙға көс йыйҙырығыҙ, үҙегеҙ менән бысаҡ, компас, шырпы, фонарь һәм һыҙғыртҡыс алығыҙ;
– үҙегеҙ менән етерлек аҙыҡ һәм һыу запасы, кәрәкле дарыуҙар алығыҙ;
– физик мөмкинлектәрегеҙгә һәм һаулығығыҙға реаль баһа бирегеҙ.