Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Март 2022, 10:01

Башҡортостандың сәнәғәт предприятиелары кластерҙарға берләшә

Башҡортостан Рәсәйҙә  тәүгеләрҙән булып Сәнәғәт кластерҙары   ассоциацияһын булдырҙы.  

Башҡортостандың сәнәғәт предприятиелары кластерҙарға берләшә
Башҡортостандың сәнәғәт предприятиелары кластерҙарға берләшә

 

Был йүнәлештә төбәктең мөһим ҡаҙаныштары хаҡында БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә  Рәсәйҙең кластерҙар, технопарктар һәм айырым иҡтисади зоналары ассоциацияһы директоры   Андрей Шпиленко һөйләне.  

Республиканың көнбайышында илдәге иң ҙур йорт йыһаздары   кластеры булдырыла. Уның төп предприятиеһы – Туймазылағы “Корона” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.   Был кластерҙың составына Туймазы, Белорет, Бәләбәй, Салауат һәм Татарстандың Зеленодольск ҡалаһында урынлашҡан 11 предприятие ингән.   

 Башҡортостанда төҙөләсәк тағы бер кластер пилотһыҙ авиация өлкәһендәге ғилми һәм етешетереү ойошмаларын берләштерә. Ул шәхси инвестициялар иҫәбенә пилотһыҙ осоу аппараттарын саырыу өсөн Өфөлә майҙансыҡ булдырыуҙы күҙаллай. Унда төп предприятие итеп “Геоскан”  яуаплылыҡы сикләнгән йәмғиәте алынған.

Бынан тыш, төбәктә агросәнәғәт кластеры, быяла һәм фарфор етештереүҙә махсуслашыусы сәнәғәт кластеры булдырыу күҙаллана.

  – Кластерҙар – төбәк сәнәғәт сәйәсәтенең мөһим ҡоралы.  Улар кооперация бәйләнештәрен терегеҙә, – тине Андрей Шпиленко. –  Башҡортостан Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Сәнәғәт кластерҙары ассоциацияһын булдырҙы, тип әйтә алам. Был республика иҡтисадына өҫтәмә инвестициялар йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.  

 

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: