Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Март 2022, 15:25

Башҡортостанда йәшәүсе бер ир ҡот осҡос үлем менән һәләк булған

Иптәшенә урман ҡырҡырға ярҙам иткән ир бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында...

Башҡортостанда йәшәүсе бер ир  ҡот осҡос үлем менән һәләк булған
Башҡортостанда йәшәүсе бер ир ҡот осҡос үлем менән һәләк булған

2021 йылдың көҙөндә Салауат районында ҡот осҡос хәл теркәлә. Бында ауылдарҙың береһенән бер нисә ир диләнкәгә утын ҡырҡырға бара.

Ир-егеттәр эш башлап өлгөрмәй, көслө ел сыға. Тап ошо арҡала 61 йәшлек ир-уҙаман аңғармаҫтан ҡайынды иптәшенең өҫтөнә ауҙара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зыян күреүсе фажиғә урынында йән бирә.

Ир үҙ ғәйебен таный. Тик ни сәбәптәндер судта күрһәтмә биреүҙән баш тарта. Оло йәштә булыуын, ыңғай ҡылыҡһырламаһын һәм сирләүен иҫәпкә алып, уның иркен бер йылға сикләйҙәр. Ир ошо ваҡытта йәшәү урынын алмаштырмаҫҡа һәм айына бер тапҡыр полицияға барып күренергә тейеш.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: