Иммунитетҡа кире йоғонто яһаусы факторҙар: оҙайлы стресс, насар ғәҙәттәр, әҙ йә күп ашау, витаминдар етмәүе, ауыр эштәр, травмалар, тән бешеү, операциялар, бысраҡ мөхит.
Әгәр ҙә һеҙ дарыуҙарҙы самаһыҙ ҡулланһағыҙ, йыш һалҡын алдырһағыҙ, иренегеҙгә герпес сығып йонсотһа, температурағыҙ гел юғары булһа, йыш арыһағыҙ, йоҡоһоҙлоҡтан интекһәгеҙ, башығыҙ ауыртһа, тирегеҙгә нимәлер сыҡһа, тимәк, иммунитетығыҙ түбәнәйгән.
Иммун системаһы ныҡ булһын өсөн түбәндәгеләргә иғтибар итегеҙ:
Дөрөҫ туҡланыу
Тәмәкенән һәм алкоголдән баш тартыу
Психиканы һаҡлау
Сәләмәт йоҡо (тәүлегенә 8 сәғәт тирәһе)
Сынығыу (контраст душ, мунса, сауна һ.б.)
Спорт менән шөғөлләнеү
Хәрәкәттә – бәрәкәт
Ҡыҙыҡлы факттар
Ғалимдар асыҡлауынса, һаҡлаусы күҙәнәктәрҙең күбеһе эсәклектә урынлашҡан (яҡынса 80 проценты). Шуға ла дөрөҫ туҡланыу – яҡшы иммунитет нигеҙе.
Туҡланыу рационында йәшелсә, емеш, бутҡа, әсе һөт ризыҡтары мотлаҡ булырға тейеш.
Сәй иммунитетты күтәрә. Татлы ризыҡ, киреһенсә, төшөрә.
Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Ер йөҙөндә бөтә халыҡтың ни бары 10 проценты ғына яҡшы иммунитетҡа эйә. Тағы 10 процентының тыумыштан насар иммунитет.