Был хаҡта БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне.
«Төҙөлөш республика һәм федераль адреслы инвестпрограммалар, “Һаулыҡ һаҡлау” һәм “Демография” милли проекттары, шулай уҡ беренсе звеноны модернизациялау программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Һуңғы 3,5 йыл эсендә беҙ һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең капиталь төҙөлөш объекттары иҫәбен генә түгел, тиҙ ҡорола торған модулле конструкциялар иҫәбенә төҙөлгән объекттар күләмен дә һиҙелерлек арттырыуға өлгәштек», — тине Максим Забелин.
“Шул уҡ ваҡытта төҙөлөш материалдарына хаҡтар артыу сәбәпле, 12 капиталь төҙөлөш объектын 2021 йылда тамамлап өлгөрмәнек. Уларҙың дүртәүһен 2022 йылда файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла”, – тип өҫтәне вице-премьер. Улар Саҡмағош ауылындағы поликлиника, Бөрө ҡалаһында берләштерелгән ололар һәм балалар поликлиникаһы, Туймазы һәм Илеш райондарындағы амбулаториялар.
2022 йылда шулай уҡ Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендә 9-сы ҡала поликлиникаһын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Бынан тыш, Баймаҡта балалар поликлиникаһы, Туймазы һәм Сибай ҡалаларында инфекция үҙәктәре төҙөлөшө тамамланыу өҫтөндә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.