Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназияһында йыр-моңға һәләтле балалар белем ала. Күптән түгел уҡыусылар Өфөлә Бөтә Рәсәй конкурсында тәүге урындарҙы яулағайны, әле гимназияның «Талисман» йыр ансамбле халыҡ-ара бәйгелә беренсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Был хаҡта музыка уҡытыусыһы Фәнилә Ноғоманова хәбәр итә.
— Бәйгегә ансамблдең өлкән төркөм ҡыҙҙарын алып барҙыҡ. Береһе лә һынатманы. Бынан алда «Весенняя капель» район конкурсында еңеү яуланыҡ, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә ҡатнаштыҡ.
Ансамбль ағзаһы, 7-се В класс уҡыусыһы Азалия Ғәлиуллина ла тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
«Районымдың данын шундай ҙур конкурста яҡлауыма шатмын. Бәйге бик ныҡ оҡшаны. Өфөлә иҫтәлекле урындарҙы ҡараныҡ, кафеға индек. Киләсәктә лә тырышып уҡырға, төрлө йыр бәйгеләрендә ҡатнашырға теләйем».