Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Март 2022, 11:22

Афарин, Вәсилә Сәғит ҡыҙы!

Әбйәлил районында Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Вәсилә Әбсәҙиева аҙашҡан балыҡсыны эҙләп тапҡан. 

Афарин, Вәсилә Сәғит ҡыҙы!
Афарин, Вәсилә Сәғит ҡыҙы!

Әбйәлил районының Михайловка ауылы янында 1981 йылғы ирҙең юғалыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. 

Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Вәсилә Әбсәҙиева иң тәүгеләрҙән булып балыҡсыны эҙләүгә ҡушылған. Ул полиция хеҙмәткәрҙәре менән биләмәне ҡарап сыҡҡан. Һөҙөмтәлә ир баҫыуҙа табылған.

Әйткәндәй, ауыл хакимиәте башлығы йәйен урман янғындарын һүндереүҙән дә ситтә ҡалмай. Ул ноябрь айында ғына Йәлембәт ауылы янында сыҡҡан янғынды һүндереүҙе ойошторғайны. Ҡыҫҡаһы, афарин, Вәсилә Сәғит ҡыҙы!
 
 
 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: