Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Март 2022, 20:44

Ҡағиҙәне үтәмәгән йөк машинаһы шоферҙарына штраф янай!

Башҡортостан юлдарында ун үлсәү пункты асылған.

Ҡағиҙәне үтәмәгән йөк машинаһы шоферҙарына штраф янай!
Ҡағиҙәне үтәмәгән йөк машинаһы шоферҙарына штраф янай!

Башҡортостанда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты ярҙамында ун өс ауырлыҡты үлсәү контроле пункты ҡуйылған.

- Ауыр йөк автомобилдәре юлды боҙоп ҡына ҡалмай, емерә. Бындай хәлдең яңы ремонтланған йә тергеҙелгән юлда теркәлеүе бигерәк тә аяныслы. Был ҙур аҡса талап итә һәм уны беҙ туҡтатырға тейеш, - ти транспорт һәм юл хужалығы министры А. Булушев.

Ошондай хәлдәрҙе булдырмау маҡсатында милли проект ярҙамында юлдарҙа 13 үлсәү пункты ҡуйылған да инде. Уларҙың бер нисәүһе 30 ноябрҙән март айына тиклем тест режимында эшләгән. 1 марттан транспорт сараһының рөхсәт ителгән ауырлыҡтан күберәк тартыуы тураһында мәғлүмәттәр тейешле органға ебәрелә башлай. Үлсәү пункттарының ҡайҙа ҡуйылғанын киләһе һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: http://svkrb.ru/vgk/.

— Беҙҙең маҡсат — водителдәрҙе штрафлау түгел, юлдарҙы һаҡлау. Беҙ юл ғына түгел, уны төҙөгән һәм ремонтлаған кешеләр хаҡында ла хәстәрлек күрергә тейешбеҙ, — ти Александр Булушев.

 
 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: