Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраль 2022, 09:09

Юғары исемде раҫланылар

"Мәҙәниәт" милли проекты буйынса "Алтын тирмә" төбәк-ара милли театрҙар фестивале ойошторола.

Юғары исемде раҫланылар
Юғары исемде раҫланылар

Ошо көндәрҙә фестиваль сараларына ярашлы, Дүртөйлө ҡалаһында Зөфәр Солтанов исемендәге халыҡ театры сығыш яһап, "халыҡ" исемен тағы бер тапҡыр раҫланы. Театр коллективы тамашасыға "Нисек түҙә был йөрәк?" трагикомедияһын тәҡдим итте.

Барлыҡҡа килгәненән алып, театр башҡорт һәм татар драматургтарының байтаҡ әҫәрен сәхнәләштерҙе. Репертуарҙа драмалар ҙа, комедиялар ҙа, трагедиялар ҙа, лирик пьесалар ҙа бар. Бөгөн халыҡ театры коллективы 14 - 65 йәштәге 19 кешенән тора.

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәтенән.

Юғары исемде раҫланылар
Юғары исемде раҫланылар
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: