Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраль 2022, 11:58

"Уларға ҡарап медицинаның киләсәгенә ышаныс арта"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә пандемия осоронда халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ҡатнашыусы  студенттар  хаҡында үҙ фекерен еткерҙе.

"Уларға ҡарап  медицинаның киләсәгенә ышаныс арта"
"Уларға ҡарап медицинаның киләсәгенә ышаныс арта"

Был  йәштәргә  ҡарап  мин беҙҙең медицинаның киләсәгенә ышанам.   Ике йыл тиерлек беҙ коронавирусҡа ҡаршы көрәшәбеҙ. Табиптар менән иңгә-иң терәшеп, медик-студенттар ҙа эшләй.   Мин шәхсән  үҙебеҙҙең медицина университеты ректоры Валентин Павловҡа һәм  пандемия ососронда республика халҡына медицина ярҙамы ойоштороуҙа ҡатнашыусы 2 437 студент менән 1 465 ординаторҙың һәр береһенә рәхмәтлемен. Уларҙың күбеһе әле лә табип-стажер, кесе һәм урта медицина персоналы вазифаһында эшләүен дауам итә.

Быйыл ғинуар айында табиптарға эште еңелләштереү өсөн ярҙамға 2400 студентты ебәрҙек. Улар пациенттарҙы ҡарашты, медицина документтарын тултырыуҙа ярҙам итте, кол-үҙәктәрҙә шылтыратыуҙар ҡабул итте, ПЦР-тестар үткәрҙе, ашығыс ярҙам бригадаһында саҡырыуҙарға йөрөнө.

 Бөгөн Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһында 1478 ординатор эшкә урынлаштырылған. Вакциналау пункттарында 108 ирекмән эшләй. Медицина колледжы студенттары ла әүҙем эшкә ҡушылды.  

Республикала һаулыҡ һаҡлау системаһы  үҫешһен өсөн күп нәмә эшләнә: дауаханалар, поликлиникалар һәм ФАПтар  төҙөйбеҙ, яңы заманса медицина ҡорамалдары һатып алабыҙ, медиктарҙы ауылға йәлеп итеү өҫтөндә эш алып барабыҙ. Коронавирус  беҙгә ҙур һабаҡ булды, әммә иң мөһиме – республикала башҡалар именлеге өсөн фиҙаҡәр хеҙмәткә әҙер кешеләрҙең күп булыуын да күрһәтте. Бер нәмәгә ҡарамай үҙҙәренең бурысын үтәүен дауам итеүсе табиптарға ҙур рәхмәт. Һәм буласаҡ табиптарға рәхмәт, улар арҡаһында беҙ ышаныслы алға барабыҙ.

 


 
 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: