Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраль 2022, 10:46

Тиҙҙән ҡар ҙа бөтөр...

Баш ҡала етәкселеге өндәшә: әгәр ҙә ҡарҙан таҙартыу һөҙөмтәһенән риза булмаһағыҙ, шылтыратығыҙ, яҙығыҙ

Тиҙҙән ҡар ҙа бөтөр...
Тиҙҙән ҡар ҙа бөтөр...

Өфөлә ҡар көрәү эштәре дауам итә. Кисә, мәҫәлән, 239 “коммунальщик”, 188 берәмек техника эшкә йәлеп ителгән. Бер тәүлектә урамдарҙан 9,5 мең тонна ҡар сығарылған.

Ҡала властары иҫкәртә: ҡыйыҡтарҙан ҡар ишелеү, боҙбармаҡтар төшөүе ихтимал! Шуға ла биналар янынан үткәндә һаҡ булығыҙ!

Әгәр ҙә ҡарҙан таҙартыу һөҙөмтәһенән риза булмаһағыҙ, 277-09-11 һандарына (Өфөнөң дежур-диспетчер хеҙмәте) шылтыратығыҙ йәки “Ҡарлы Өфө” (”Уфа снежная”) интерактив картаһына ғариза ҡалдырығыҙ: https://ufacity.info/sneg/. Әлбиттә, үҙегеҙҙең ТСЖ-ға йә йорт идаралығына ла хәбәр итә алаһығыҙ.

Фото: vk.com (Город Уфа төркөмө).

Тиҙҙән ҡар ҙа бөтөр...
Тиҙҙән ҡар ҙа бөтөр...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: