Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер ирҙе бәләкәс малайҙарҙың ҡылығы аптырата. Балалар, бер ни булмағандай, Хоҙайбирҙин урамындағы эскәмйәлә ултырып тәмәке тартҡан. Ошо хәлдең шаһиты бәлиғ булмағандарҙы фотоға төшөрөп ала һәм уларҙы социаль селтәргә ҡуя.
– Ата-әсәләр, урамға сығыр алдынан балаларҙың кеҫәләрен ҡарағыҙ. 8–10 йәштәрҙәге балаларҙың береһе икенселәрен тәмәке тартырға өйрәтә. Малайҙарға бының насар икәнен әйткәс, улар һүгенеп әрләп ҡасып киттеләр , – тип яҙҙы ул.
Ҡала пабликтарының береһендә таралған был фотоға комментарийҙарҙа социаль селтәрҙә ултырыусылар заман балаларының тәрбиәһенә зарланды. Элек өлкәндәр күрмәһен өсөн йәшенеп кенә насар ғәҙәт менән мауыҡһалар, ә хәҙерге үҫеп килеүсе быуын бер нәмәнән дә ҡурҡмай һәм оялмай, тип тә яҙҙы улар.
Фото: Т. Аманов