Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраль 2022, 10:05

Көн торошо

Башгидрометүҙәктә алдағы көндәрҙә республика халҡын ниндәй һауа торошо көтөүе хаҡында һөйләнеләр. Яҙ килеүгә ҡарамаҫтан, төндәр һалҡын торасаҡ.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн, төндә Башҡортостанда температура – 9 –14 градусҡаса түбәнәйә. Көндөҙ һауа температураһы – 2градус һалҡындан 3 градусҡаса йылына. Әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, ел талғын - көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан.

1 мартта ла яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә термометр бағанаһы – 5 –10, аяҙытҡанда 15 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ – 1-4 градусҡаса йылыта. Еңелсә ел йүнәлешен үҙгәртеүсән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: