Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраль 2022, 09:34

Дим районында ике коммуналь авария теркәлгән

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең эше хаҡында ЦУР белгестәре һөйләй.

Дим районында ике коммуналь авария теркәлгән
Дим районында ике коммуналь авария теркәлгән

Бөгөн, 27 февралдә, Дим районының өс урамы йылыһыҙ һәм эҫе һыуһыҙ ҡалды (Генерал Күсимов урамы, 11, 15, 15/1, 15/2, 17, 19, 19/1; Дағстан урамы, 10/1, 10/2, 12, 12/1; Хыяланыусылар урамы, 6, 8 һәм 11). Сәбәбе – Хыялланыусылар урамында торба үткәргес тишелгән.

Хәлде Дим районы башлығы Айҙар Бәҙғетдинов һәм Өфө хакимиәте хеҙмәткәрҙәре контролгә алған. Оператив штаб авария эҙемтәләрен бөтөрөү өҫтөндә эшләй.

Икенсе авария бригадаһы Дағстан урамындағы аварияның эҙемтәләрен бөтөрә. Бында 14, 14/1, 16, 16/1 һәм 16/2 һанлы йорттар йылыһыҙ ҡалған. Һыу һурҙырылған, ҡаҙыу эштәре бара. Ҡыҫҡа ваҡытта халыҡ йылы менән тәьмин ителәсәк.

#ЦУРБашкортостан #решаем_вместе

 
 
 
 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: