Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраль 2022, 23:30

Бер нисә сәғәттән аркалы күпер ябыласаҡ

1 мартҡа ҡараған төндә Өфө янындағы Ағиҙел аша аркалы күперҙән, Воровский һәм Кесе Йылға аръяғы урамдары осонан хәрәкәт туҡтатыласаҡ. Бының ваҡыты ҡоролмаға капиталь ремонт тамамланғанға тиклем һуҙыласаҡ.

Бер нисә сәғәттән аркалы күпер ябыласаҡ
Бер нисә сәғәттән аркалы күпер ябыласаҡ

Баш ҡалаға инеү-сығыу өсөн транспорт ағымы күршеләге ике күперҙән ебәреләсәк:

- ҡаланан сыҡҡанда – яңы ҡушымта күперҙән тарайтылған дүрт һыҙаттан + уға 1991 йылғы күперҙең бер йәки ике һыҙаты ҡушыласаҡ (машиналар ағымы буйынса хәл ителәсәк);

- ҡалаға ингәндә – 1991 йылғы күперҙән дүрт йәки биш һыҙат буйынса хәрәкәт ҡаралған. Бында реверсив светофор ҙа эшләйәсәк.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: