+1 °С
Ясна
БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән ултырышта Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкцияларҙың эҙемтәләрен кәметеү һәм финанс системаһының тотороҡлоғон тәьмин итеүгә бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Илдә барлыҡ тейешле саралар күрелә, тип билдәләне Хөкүмәт Рәйесе. Был федераль проекттарҙы һәм программаларҙы, һис шикһеҙ, үтәү, элек билдәләнгән милли үҫеш маҡсаттарына ирешеү өсөн кәрәк.
Андрей Назаров иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә сикләүҙәрҙең кире эҙемтәләрен кәметергә кәрәклеген билдәләне.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.