Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республиканың баш санитар табибы Анна Казак хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, республикала хәл тыныс тип баһалана, ОРВИ һәм киҙеү менән ауырыу осраҡтары кәмей.
«Уҙған аҙна менән сағыштырғанда, киҙеү һәм ОРВИ менән ауырыу осрағы 42,9 процентҡа кәмегән. 500 самаһы кешенең киҙеү менән ауырыуы асыҡланған. Нигеҙҙә киҙеүҙең А тибы күҙәтелә. Коронавирусҡа килгәндә, шулай уҡ әүҙем кәмеүен күрәбеҙ: тестлау буйынса ла, ыңғай һөҙөмтәләр алыуҙа ла, шулай ауырыуҙың дөйөм динамикаһында ла. Дауаханан тыш пневмония буйынса ла әүҙем кәмеү күҙәтелә”, – тине Анна Казак.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.