Таңда Стәрлетамаҡ-Салауат автоюлының 37-се саҡрымында "КамАЗ" йөк машинаһы юл сатындағы тимер ҡоймаға бәрелеп ауҙарылған. Водитель (Благовар районынан 45 йәшлек ир) менән уның пассажиры, 44 йәшлек ҡатын, яраланған. Авария ҡуйы томан шарттарында булған. Ирҙең водитель стажы - 20 йыл.
Әлшәй районында ла ҡуйы томан арҡаһында "ВАЗ-2115" машинаһы менән "Ford Transit" автобусы бәрелешкән. Аварияла кешеләр зыян күрмәгән.
25 февралдә кисен Иглин районында, М-5 "Урал" федераль трассаһының 1505-се саҡрымында, Өфөнән 47 йәшлек ир "Лада Калина" машинаһында 46 йәшлек йәйәүлене тапаған. Йәйәүле үлемесле яраларҙан йән биргән... Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Тәүлек эсендә 2100-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 76 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ.