Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль 2022, 17:00

Йөрәк эшмәкәрлеген яҡшыртам, тиһәң

Британия диетологы Ян Марбер аҙыҡтың йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшенә ыңғай һәм кире йоғонто яһауын белдерҙе. Ул йөрәк эшмәкәрлеген  яҡшыртыу өсөн төп аҙыҡ-түлектәрҙе атаны.  

Йөрәк эшмәкәрлеген яҡшыртам, тиһәң
Йөрәк эшмәкәрлеген яҡшыртам, тиһәң

Иң беренсе йәһәттә кәрәкле аҙыҡ-түлек араһында шпинатты айырып күрһәтергә кәрәк. Белгес фекеренсә, ул бик яҡшы магний һәм калий сығанағы, йөрәк өйәнәге һәм инсульт хәүефен кәметеп, ҡан баҫымын нормала тоторға мөмкинлек бирә. Антиоксиданттар менән туйындырылған еләктәр шештәрҙән һаҡланырға ярҙам итәсәк, ә һарымһаҡ һәм һуған холестериндың үҫеүен тотҡарларға булышлыҡ итә.

Шулай уҡ йөрәккә  күҙәнәкле туҡымаға бай аҙыҡ-түлек, мәҫәлән, бөртөклөләр, ҡуҙаҡлылар, йәшелсәләр йәки бәшмәктәрҙең  тәьҫире ҙур. Бынан тыш, улар глюкозаның тотороҡло кимәлен һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк. Ниһайәт, майлы балыҡ та йөрәк өсөн файҙалы. Унда холестериндың нормаль кимәленә һәм ҡан баҫымына килтереүсе омега-3 майҙары бар.

 

Фото: Т.АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: