Муттар халыҡты бик оҫта, төрлөсә итеп алдай. Полиция, банктарҙың ғына түгел, таныштарығыҙҙың, туғандарығыҙҙың да телефон номерҙарын файҙаланып, шылтыратыуы, смс яҙыуы мөмкин. Бындай шикле осраҡтарҙа һәр ваҡыт трубканы һалығыҙ ҙа, үҙегеҙ танышығыҙға, туғанығыҙға шылтыратып, хәлде асыҡлап белешегеҙ. Әммә билдәһеҙ иҫәптәргә аҡса күсерергә ашыҡмағыҙ! Шикле әҙәмдәрҙе тыңлап, кредиттар алып, әллә кемдәргә аҡса күсереп, муттарҙы байытмағыҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.