Сөнки был хәл шәхсән үҙемә ҡағыла. Бик күп туғандарым Украинала йәшәй. Әле унда ҡот осҡос ваҡиғалар булып тора. Беҙ ситтә ҡала алмайбыҙ, тип иҫәпләйем. Был беҙҙең дөйөм ҡайғыбыҙ. Һәр беребеҙ туғандаш халыҡҡа ярҙам ҡулы һуҙа ала», – ти «Еңеү ирекмәндәре» активисы Тамара Ямщенко.
Башҡорт дәүләт университеты студенты, ирекмән Лилиана Хәибрахманова һөйләүенсә, ирекмәндәрҙең гуманитар ярҙам пунктына йыйылыуы тураһында белгәс, шунда уҡ ярҙам ҡулы һуҙған.
«Беҙ гуманитар ярҙам күрһәткән кешеләрҙе теркәйбеҙ. Уларға мәжбүри күсенеүселәргә тағы ла талап ителгән әйберҙәр исемлеген бирәбеҙ. Сөнки беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәре килтергән кешеләр, тағы нимә менән ярҙам итергә мөмкин, тип һорай. Республикабыҙҙа битараф булмаған кешеләрҙең йәшәүе ҡыуандыра», – ти ул.
«Ҡулымдан килгәнсә ярҙам итә алам. Балалар менән тәрбиәсе булараҡ ултыра, матди ярҙам тәҡдим итә алам», - ти уҡытыусы Светлана Сәләхова.
Гуманитар ярҙам йыйыу бөтә республика буйынса ла, Өфөлә лә дауам итә.
Фото: Т. АМАНОВ.