Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль 2022, 22:21

Пенсионерҙың 120 мең һум аҡсаһын урлағандар

Бөрө ҡалаһында шәхси йортта йәшәгән 83 йәшлек ҡатын аш бүлмәһендә телевизор ҡарағандан һуң коридорға сыҡһа, унда медицина битлектәрендә, резина бирсәткәләрҙә ике ҡатын тора, имеш! Пенсионер уларҙың ҡайһы мәлдә өйгә ингәнен дә аңғармаған, сөнки шикле тауыштар ишетмәгән. Ҡатындар ашығып, йорт һатыу тураһында иғлан күреп, өй һатып алырға алыҫтан килдек, ләкин кәрәкле участканы тапмай аҙашып йөрөйбөҙ, тип тәтелдәргә керешкән. Хужабикә уларға ышанып, күршеләрҙең йорт һатыуы хаҡында ишетмәнем, белмәйем, тип аптыранған. Саҡырылмаған ҡунаҡтар эсергә һыу һорағас, әбей уларҙы йәлләп, һыу биргән... Аҙаҡ ҡына асыҡ сейфтан 120 мең һум аҡсаһының юғалғанын белеп, полицияға мөрәжәғәт иткән. 

Пенсионерҙың 120 мең һум аҡсаһын урлағандар
Пенсионерҙың 120 мең һум аҡсаһын урлағандар

Был ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған, полиция бур ҡатындарҙы эҙләй.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: