Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль 2022, 08:30

Мәктәп уҡыусылары ҡатнашырға саҡырыла

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ватанды һаҡлаусыларҙың иҫтәлегенә бағышланған «Ҙур һуғыштағы минең геройҙарым» халыҡ-ара конкурс-фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә. Уны «Үлемһеҙ полк» хәрәкәте, Рәсәйҙең Ветерандар союзы булышлығында Рәсәй дәүләт балалар китапханаһы, Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте, Рәсәй почтаһы, Еңеү музейы, Оксана Федорова фонды ойоштора.

Мәктәп уҡыусылары ҡатнашырға саҡырыла
Мәктәп уҡыусылары ҡатнашырға саҡырыла

Тәүге балалар ижады патриотик конкурсы 2018 йылда үткәрелә, һуғыш йылдарында ил һағында тороусы балалар уның төп геройҙары була. Биш йыл эсендә конкурстың тематикаһы, номинациялары үҙгәрә. Барлығы 70 меңдән ашыу уҡыусы һәм педагог ҡатнашҡан.

Конкурстың төп маҡсаты – һуғышты үткән быуын тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлау, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында тарихи мәғлүмәттәрҙе өйрәнеүҙә булышлыҡ итеү, үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү. Конкурста ҡатнашыусы 6 – 18 йәштәгеләр ғаиләһенең, тыуған төйәгенең тарихын һайлай йәки эштәрен урамдарға, ҡасабаларға, музейҙарға, караптарға исем биргән геройҙарға арнай ала.

Быйыл конкурс 4 номинация буйынса уҙғарыла: «Һүрәт» һәм «Шиғриәт» (6-10, 11-13, 14-18 йәш төркөмдәре) – шәхси эштәр, «Видеоролик/Видеорепортаж» һәм «Вокал» номинациялары буйынса – шәхси һәм коллектив эштәр.

«Һүрәт» номинацияһында еңеүселәрҙең эштәре ғәҙәттәгесә коллекция открыткалары серияһы өсөн нигеҙ була. Рәсәй почтаһы уларҙы лимитланған тираж менән баҫтырып сығара һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында күрһәтә, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына алып бара.

Эштәр  www.detigeroi.ru сайтында 25 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр исемлеге 11 апрелдә иғлан ителәсәк. Тантаналы бүләкләү сараһын 23 апрелдә уҙғарыу планлаштырылған.

Еңеү музейы сайтында «Һүрәт» номинацияһында ҡатнашыусыларҙың барлыҡ эштәре ҡуйыласаҡ һәм онлайн-тауыш биреү үткәреләсәк. Иң яҡшы тип табылғандары махсус приздар менән бүләкләнәсәк.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: