«Рәсәй Федерацияһының һәр төбәге, атап әйткәндә, төбәк етәкселәренең эшмәкәрлеге 19 күрһәткес менән баһаланды. Уларҙың береһе мәҙәни тормош һәм ижади үҫеш кимәлен, мәҙәни сараларға килеүселәр һанын баһалай. Беҙгә үтәй алмаҫлыҡ күрһәткес, беҙҙең ҡарамаҡҡа, 75 миллион килеүселәр һаны ҡуйылғайны. Башҡортостан тикшереүҙе лайыҡлы үтте. Бөтә мәҙәниәт, мәғариф учреждениелары маҡсатҡа ынтылышлылығын, уға өлгәшеүҙә берҙәмлеген күрһәтте. План күрһәткесе 106,6% үтәлгән. Беҙ Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында һәм Рәсәй Федерацияһының алдынғы биш лидеры араһында беренсе, – тип билдәләне Хөкүмәт вице-премьеры Азат Бадранов.
Был программаны Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 2021 йылдың 1 сентябрендә Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы ғәмәлгә ашыра башлағайны.
«Пушкин картаһы» федераль программаһында ҡатнашыу дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениеларына бюджеттан тыш аҡса йәлеп итеүгә булышлыҡ итә, тип хәбәр итте Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Фото: Т.АМАНОВ.