Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль 2022, 11:20

Башҡортостанда бер ир зыяраттарҙы 61 мең һумға талаған

Ирҙе мәжбүри эштәргә һәм зыянды ҡаплатырға мәжбүр иткәндәр.

Башҡортостанда бер ир зыяраттарҙы 61 мең һумға талаған
Башҡортостанда бер ир зыяраттарҙы 61 мең һумға талаған

Енәйәтсе бик сәйер байығыу ысулын һайлаған. Ул Бүздәк районының Шланлыкүл ауылы янындағы ике зыяратҡа ҡуйылған ҡойма торбаларын һүткән. 2021 йылдың йәйендә ир дөйөм хаҡы 61 мең һумлыҡ 84 торбаны алған. Урланғандың бер өлөшөн ул металл һыныҡтарын ҡабул итеү пунктына тапшырған, ә бер өлөшөн һата алған. Тиҙҙән полицейскийҙар граждандың ҡылығы тураһында белеп ҡала. Ул ҡулға алынған. Ир үҙ ғәйебен таныған. Һөҙөмтәлә ҡараҡҡа 180 сәғәткә мотлаҡ эштәргә хөкөм ҡарары сығаралар һәм ике зыяратҡа килтерелгән зыянды ҡапларға мәжбүр итәләр.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: