Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль 2022, 12:00

Башҡортостан вахтовигы Нижневартовскиҙа 108 мең һумға төшкө аш ашаған

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нижневартовск буйынса идаралығы полицияһына 59 йәшлек ир 108 мең һум аҡсаһын урлауҙауҙарын белдереп,  мөрәжәғәт иткән. Асыҡланыуынса, ул Нижневартовскиҙа Башҡортостандан вахта менән эшләй.  

Башҡортостан вахтовигы Нижневартовскиҙа 108 мең һумға төшкө аш ашаған
Башҡортостан вахтовигы Нижневартовскиҙа 108 мең һумға төшкө аш ашаған

 Был ир  кеше ҡала кафеларының береһендә төшкө аш ашауын һөйләй. Түләргә ваҡыт еткәс, официантҡа насар күреүенә һылтанып, онлайн-күсереү менән ярҙам итеүен һорай. Хеҙмәтләндереүсе персонал вәкиле телефонын алып, төшкө аш өсөн иҫәптән аҡса алырға тип, аҙ ғына ваҡытҡа ситкәрәк китә.  Күпмелер ваҡыттан һуң ҡатын кире әйләнеп ҡайта һәм хужаһына гаджетын бирә, тип хәбәр итәләр Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нижневартовск буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.

Ғариза яҙыусы такси саҡырып,  өйөнә ҡайтырға була. Водителгә юл йөрөү өсөн күсерергә уйлағас, иҫәптән бөтә аҡсаның юғалыуы асыҡлана. Тәүҙә ул барыһын да үҙе асыҡларға тырыша, яңылыш тейешленән күберәген иҫәптән алып,  аҡсаны үҙенә кире ҡайтарырҙар, тип өмөтләнә.  Әммә маташыу уңыш менән тамамланмай. Шунан һуң ир полицияға мөрәжәғәт итергә була. «Полицейскийҙар енәйәтсене асыҡлаған, ул 43 йәшлек сит ил кешеһе булып сыға. Ҡатын ғәйебен таный. Ул, ысынлап та, ғариза биреүсегә иҫәпте түләргә ярҙам итеүен, шул уҡ ваҡытта үҙенә лә аҡса күсереүен белдерә. Уға ҡарата «Урлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған»,  –  тип хәбәр итәләр ведомствонан.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: