Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль 2022, 16:00

Африканса ит

Үҙем һәр ваҡыт бешерәм, бик тәмле килеп сыға. Дуҫтар, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ әле.

Африканса ит
Африканса ит

Бының өсөн үткәрелгән ит, 1 йомортҡа, 50 грамм дөгө, 20 грамм томат соусы, 1 баш һуған, һарымһаҡ, он, борос, тоҙ, көнбағыш майы кәрәк буласаҡ. Үткәрелгән иткә дөгө, ҡырғыстан ҡырылған һуған һәм һарымһаҡ, йомортҡа, томат соусы, тоҙ, борос ҡушабыҙ. Әҙер массаны матурлап бутап, кәтлит һымаҡ яһап, онға әүәләп, көнбағыш майында ҡыҙҙырып бешерәбеҙ. Өҫтәлгә соус менән бирергә була.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: