59 йәшлек ҡатын үҙен брокер тип танытҡан ир менән социаль селтәрҙәргә яҙышҡан. Аралашыу мәлендә ул Башҡортостанда йәшәгән ҡатынды валюта менән сауҙа итергә мөмкин булған биржаның сайтында теркәлергә күндергән.
Ханым тағы ла күберәк аҡса эшләү өсөн ике миллион һум самаһы аҡсаһын һалған. Сайттағы шәхси кабинетта ул сумманың артыуын күргән. Ләкин үҙен брокер тип таныштырған ир элемтәгә сыҡмай, хәбәрҙәргә яуап бирмәй башлаған. Күпмелер ваҡыттан һуң сайттан да аҡса юғалған.
Фото: Т. АМАНОВ.