Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2022, 16:24

Туймазылағы яңы дауахана ҡасан асылыр?

Был һорауға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яуап бирҙе.

Туймазылағы яңы дауахана ҡасан асылыр?Туймазылағы яңы дауахана ҡасан асылыр?
Туймазылағы яңы дауахана ҡасан асылыр?

 

Был республикабыҙҙағы өсөнсө ковид-дауахана буласаҡ. Беренсеһе Зубов ауылында, икенсеһе Стәрлетамаҡта төҙөлгәйне. Радий Хәбиров әйтеүенсә, төҙөлөш эштәре тамамланған, 4 мартта госпиталь асыласаҡ.

– Март уртаһында бында тәүге пациенттар ҡабул ителәсәк. Был – өр-яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм техник яҡтан юғары әҙерлекле госпиталь. Ул пандемия осоронда инфекция дауаханаһы булып, ә башҡа ваҡытта ябай күп профилле дауахана булып хеҙмәт итәсәк, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас