Ойошманың етештереү ҡеүәте сауҙа-етештереү базаһын, ике туҡланыу комбинатын, өс һөт кухняһы бүлексәһен һәм ике мәктәп ашханаһын үҙ эсенә ала.
«Ярымфабрикаттар һәм аш-һыу әҙерләү өсөн бөтә продукция сифат контроленән үтә. Бынан тыш, беҙ әҙер изделиеларҙы үҙебеҙҙең базала ла тикшерәбеҙ, шулай уҡ белем биреү учреждениеларында туҡланыуға мониторинг ойошторабыҙ», – тине Владимир Смирнов.
Диетологтар мәктәптәр һәм балалар баҡсалары өсөн махсус рәүештә бер нисә төр һөт ризыҡтары, шул иҫәптән биойогурттар, бифилайфтар, ацидолакт әҙерләгән. 2021 йылда Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге «Миллионлы ҡала мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы» федераль конкурсында икенсе урынды алды. Башҡортостан Башлығы үҙәктең етештереү бүлмәләрен ҡараны һәм сығарылған продукцияның ассортименты менән танышты.
Ризыҡ хәүефһеҙ генә түгел, ҡайнар ҙа булһын өсөн туҡланыу сифатын мәктәптәрҙә даими баһалау мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Фото: Т. АМАНОВ.