Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2022, 14:00

Радий Хәбиров ЮНЕСКО эксперттары менән Башҡортостан геопарктарын үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе

Өфөләге «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың геопарктарын үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда халыҡ-ара эксперттар Ирландиянан Джон Галлоуэй һәм Испаниянан Хосе Мария Баррера ҡатнашты.

Радий Хәбиров ЮНЕСКО эксперттары менән Башҡортостан геопарктарын үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе
Радий Хәбиров ЮНЕСКО эксперттары менән Башҡортостан геопарктарын үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе

Улар беҙгә «Торатау» геопаркы ғаризаһын  ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә индереү өсөн кәрәкле критерийҙарға тап килеүен баһаларға килгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда «Торатау» ошо статусҡа дәғүә иткән 16 биләмә исемлегенә инде. Етмәһә Халыҡ-ара геология фәндәре союзының экспертиза йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың ғаризаһы геомираҫты тасуирлау буйынса иң яҡшыһы тип билдәләнде.

– Һеҙҙең килеүегеҙ беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки беҙ ысынлап та ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлекте дауам итергә теләйбеҙ. Икенсе геопаркыбыҙ  –  «Торатау» шулай уҡ ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инһен өсөн тырышабыҙ.

Салауат районындағы «Янғантау» геопаркы ошондай статусҡа эйә булыуын беләһегеҙ. Сираттағы сәфәрегеҙ ваҡытында һеҙҙе унда саҡырырға теләр инем. Беҙгә тағы ла бер тапҡыр килерһегеҙ, тип ышанам. Сөнки һеҙгә республикабыҙ, тәбиғәтебеҙ һәм халҡыбыҙ оҡшағандыр, тип ышанам.

«Торатау» геопаркына килгәндә, ул бар. Беҙ уны үҙенсәлекле тәбиғәт биләмәһендәге минең указға ярашлы ойошторҙоҡ. Уның ЮНЕСКО геопаркы статусына эйә булыуына ҡарамаҫтан, беҙ ошо урындың тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау эшен дауам итәсәкбеҙ. Бының өсөн тейешле инфраструктураны үҫтерәбеҙ, аҡса бүләбеҙ, ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе йәлеп итәбеҙ. Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы ла был йүнәлештә тығыҙ эшләй, – тип белдерҙе Радий Фәрит улы.

Ирландиянан ЮНЕСКО эксперты Джон Галлоуэй республика етәкселегенә йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостанда, ысынлап та, тәбиғәт рухын һиҙә алыуын билдәләне.

–  Геопарктарҙың төп бурысы – ошо биләмәгә ғүмер биреү. Геопарктың туристарҙы йәлеп итеүе мөһим, улар бынан хатта китергә теләмәһен ине.  Геопарк – ул геология ғына түгел, ә тәү сиратта ошонда йәшәгән кешеләр, – тине Джон Галлоуэй.

Осрашыу һуңында Радий Хәбиров ЮНЕСКО эксперттарына республика хаҡында йылы һүҙҙәре һәм төбәктең геопарктары хаҡында объектив фекерҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Был биләмәләр, ысынлап та, үҫешә. Беҙ бер урында тормайбыҙ. Йыл һайын унда яңы объекттар төҙөйбөҙ, ҡыҙыҡлы туристик, мәғариф һәм ғилми проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Мәҫәлән, «Торатау» инфраструктураһы буйынса төп эштәрҙе 2024 йылға тамамларға ниәтләйбеҙ. Әгәр һеҙ был ваҡытта беҙгә килһәгеҙ, унда барған үҙгәрештәргә хайран ҡалырһығыҙ, –  тине Радий Хәбиров.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: