Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2022, 14:01

Радий Хәбиров: «Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!»

– Бер ҡараһаң, янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы ваҡ-төйәк кеүек, әммә тағы ла ул фажиғә булыуҙан ҡотҡарған. Уның тауышы Шишмә районының Күсем ауылындағы йорттарҙың береһендәге ғаиләне янғындан  иҫкәрткән, мейес янған булған.

Радий Хәбиров: «Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!»
Радий Хәбиров: «Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!»

Республикала янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ярҙамында 686 кеше ҡотҡарылған, шуларҙың 266-һы – балалар. Бер йыл элек беҙ янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһын бушлай алырға мөмкин булғандарҙың исемлеген киңәйттек. Льготалылар исемлегенә инвалидтарҙы һәм хәрби хәрәкәт ветерандарын, шулай уҡ һуғыш балаларын индерҙек. Әлегә Башҡортостан – республикала йәшәүселәрҙең 12 категорияһына республика ҡаҙнаһы иҫәбенә янғынды иҫкәртеү ҡоролмалары биргән илдәге берҙән-бер төбәк.

Янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһына эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8 (347) 272-00-24 телефоны буйынса ғариза ҡалдырырға йәки электрон почтаға [email protected]  яҙырға кәрәк. Автономлы янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы  файҙаланыуҙа бик ябай, уны бер ҡайҙа ла хеҙмәтләндерергә кәрәкмәй. Түбәгә ҡуяһың да, ул һеҙгә ярҙамға итәсәк. Быны үҙаллы ла эшләргә була. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, – тип яҙа «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.


Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: