Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2022, 16:00

Мәжбүри күсенеүселәргә консультация биреләсәк

Мәжбүри күсенеүселәр ярҙам һорап Өфөнөң Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең Ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала.

Мәжбүри күсенеүселәргә консультация биреләсәк
Мәжбүри күсенеүселәргә консультация биреләсәк

«79-90-02, 8-917-741-34-08 телефондары буйынса шылтыратып, консультация ярҙамын алырға, кәрәкле хеҙмәттәрҙең бәйләнешен, ҡала буйлап оптималь рәүештә нисек йөрөүҙе белергә мөмкин. Бынан тыш, ошо номерҙарға мәжбүри күсенеүселәргә ярҙам итергә теләгән Өфө халҡы ла шылтырата ала», –  тип хәбәр итәләр ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ошо электрон почта буйынса ла [email protected] бирергә була.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: