Мөслим килтергән хәҙистең икенсе бер риүәйәтендә пәйғәмбәрҙең, ғәләйһис-сәләм: «Дөрөҫлөктә, һеҙҙең һәр аҙымығыҙ өсөн сауап яҙылып бара», тигән һүҙҙәре килтерелә. Мәсеткә барыу юлының оҙон һәм ҡатмарлы булыуы яҡшыраҡ. Мәсеткә ҡараңғыла барғандарҙы Ҡиәмәт көнөндә буласаҡ яҡтылыҡ менән шатландырырға ҡуша пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
Мәсет – ғибәҙәт йорто. Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Иртә менән иртүк тороп: «Әй, Аллаһ! Был иртәнең миңә йәки Үҙең бар иткән башҡа яратылмыштарға ҡарата булған рәхим-шәфҡәте тик һинең үҙеңдән генә тора. Һинең тиңдәшең юҡ, маҡтау-ололауҙарыбыҙ һиңә, һиңә шөкөр итәбеҙ», тип әйтһә, был көнгә ҡарата шөкөр иткән, рәхмәт әйткән булыр. Әгәр ҙә берәү шул уҡ һүҙҙәрҙе кис әйтһә, был һүҙҙәре менән алда торған тулы бер төн өсөн шөкөр иткән булыр», – тигән.
Фото: Т. АМАНОВ.