Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2022, 20:30

Хыялын тормошҡа ашырған

Санта-Барбара ҡалаһынан Питер Коэн ғүмере буйы бесәйҙәр араһында йәшәргә хыялланған. 1988 йылда ул бина һатып алып, уны бесәйҙәр оазисына әйләндергән.

Хыялын тормошҡа ашырған
Хыялын тормошҡа ашырған

Бында барлығы 24 бесәй йәшәй. Улар барыһы ла үҙ ваҡытында урамдан ҡотҡарылған. Йортта мыяуҡайҙарҙың  уңайлы йәшәүе өсөн барыһы ла бар: стеналағы кәштәләр, уйынсыҡтар һәм ашатыу өсөн урындар күп. Уларҙың ҡайһы берҙәре хатта үҙ-ара ашау өсөн ыҙғышмаҫлыҡ итеп бүленгән. Хужалар әйтеүенсә, бесәйҙәрҙе яҡшы ҡарайҙар. Һәр береһенең юрғандары һәм мендәрҙәре бар.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: