Бөгөн Стәрлебаш районы пунктында – 100, Яңауыл районында – 120, Сибайҙа – 350, Салауатта 300 килограмм гуманитар ярҙам йыйылған. Ә Башҡортостан буйынса барлыҡ 63 ярҙам йыйыу пунктында гуманитар ярҙам 4000 килограмдан ашыу иҫәпләнә.
Гуманитар ярҙам йыйыу буйынса Саҡмағош районындағы партияның урындағы бүлексәһе лидер булған. Бында муниципалитетта йәшәүселәр 800 килограмдан ашыу беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәр килтергән.
Межгорье ҡалаһының ҡабул итеү пунктында 220 килограмм гуманитар ярҙам йыйылған. Ҡаланың урындағы «Берҙәм Рәсәй» бүлексәһенең башҡарма сәркәтибе Руслан Латипов пункттың эше тураһында һөйләне. Ирекмәндәр штаб эшенә ҡушылды, тип билдәләне ул. Ирекмәндәр гуманитар ярҙамды сорттарға айырыуҙа һәм фасовкалауҙа ҡатнаша. «Йәш күңеллеләр» берләшмәһе ағзалары һәм Межгорье ҡалаһының педагогик белем биреү ветерандары ойошмаһы вәкилдәре лә мәжбүри күсенеүселәргә ярҙам итеү акцияһына ҡушылған.
Асҡын районында 100 килограмма гуманитар ярҙам йыйылған. «Гуманитар ярҙам – өйөндә һуғыш булғандарға шәфҡәтлелек һәм рәхимлелек күрһәтеү. Беҙ кешеләрҙең ҡулынан килгәнсә барыһына ла ярҙам итергә тырышыуҙарын күрәбеҙ», – ти Асҡында йәшәүсе Эльмира Жеребцова.
Баҡалы районында йәшәүселәр ҙә ситтә ҡалмаған. Гуманитар ярҙам йыйыу пункты иртәнән кискә ҡәҙәр эшләй. «Бөгөн беҙ ярҙам ҡулын һуҙабыҙ, ә иртәгә беҙгә һуҙырҙар. Бер кем дә ситтә ҡалмаһын өсөн район халҡын саҡырабыҙ», – тип Гөлсинә Закирова. Уның һүҙҙәренсә, эшкә район эшҡыуарҙары ла ҡушылған. Хаҡлы ялдағы Тамара Ғабдуллина кейем-һалым, оҙайлы һаҡлау аҙыҡ-түлеге һәм гигиена саралары алып килгән. Ул үҙенең кисерештәре хаҡында һөйләп, күҙ йәштәрен тыя алмай.
Фото: Т. АМАНОВ.